Иғтибар: һауа торошо үҙгәрә

Синоптиктар нимә вәғәҙәләй һәм нимәләр хаҡында иҫкәртә?

Быйылғы ғинуар аномаль йылы булыуы менән бер аҙ аптырата: ҡар ҙа баҫты, ямғыр ҙа яуҙы, бәғзе көндәрҙә термометр бағанаһы көндөҙ 0...+1 градус тирәһендә тирбәлде.
Синоптиктар алдағы өс көндә һауа торошоноң бер аҙ үҙгәреүен күҙаллай: томан төшөү, боҙланыу арҡаһында юлдарҙа йөрөү ҡатмарлаша, бөгөн урыны менән ҡарлы ямғыр көтөлә.
Дүшәмбе, 20 ғинуар төнөндә, бер аҙ һыуыта башлай: -5...-7 градус, аяҙытҡанда -15 градусҡаса һыуыта, көндөҙ 0...-5.
Киләһе аҙна аҙағында көндәрҙең ныҡлап һыуытыуы фаразлана: көндөҙ -11, төндә -15.
Синоптиктар ҡарлы ямғыр яуғанда, томан төшкәндә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға, тиҙлек режимын һаҡларға саҡыра.
Фото: newsbel.by
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/I-tibar--aua-torosho--g-r-82714/
Читайте нас