Бөгөн, 21 ғинуарҙа, балалар баҡсаларында физик йүнәлеш буйынса «Беҙ – гагаринсылар!» олимпиадаһының урындағы этабы үтте. Унда барлығы 5-6 йәштәге 646 малай һәм ҡыҙ үҙ көсөн һынап ҡараны.
Ҡаланың 9-сы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында олимпиадала барлығы 107 бала ҡатнашты. Ҡыҙҙар араһында иң лайыҡлы күрһәткестәргә Софья Изибаева, малайҙар араһында Кирилл Ҡунаҡбаев өлгәште.
Еңеүселәр 5 февралдә муниципаль кимәлдә үткәреләсәк бәйгелә сығыш яһаясаҡ.