Яңауылда йыл темаһына бағышланған «Еңеү юлдары менән» муниципаль конкурсы уҙҙы. Сараны йәш техниктар станцияһы ойошторҙо. Унда ҡала мәктәптәренең 3-4-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Конкурс шарттары буйынса, һәр команда «визитка» әҙерләне һәм тәҡдим итте. Артабан капитандар конкурсы булды. Йәш техниктар «Хәрби-тарихи миниатюра» темаһына яраҡлы итеп эшләгән макет, моделдәрҙе жюри алдында яҡлап сығыш яһаны.
Жюри ҡарары буйынса, әйткәндәй, уның составында район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхин да бар ине, еңеү 1-се мәктәптең «Диңгеҙселәр» командаһына бирелде. Икенсе урында И. Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияның «Ҡыйыу балалар», өсөнсө урында 4-се мәктәптең «Диңгеҙселәр» командаһы. Дүртенсе урынды Р. Гәрәев исемендәге мәктәптең «Рәсәй патриоттары» һәм лицейҙың «Яҡлаусылар» командалары бүлеште.