Быйыл илебеҙ киң күләмдә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы Яңауылда республика кимәлендәге «Еңеү» марафоны һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү салюты» халыҡ ижады фестиваленең зона этабы уҙа.
Сарала хужаларҙан тыш Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Дүртөйлө, Краснокама, Илеш, Ҡалтасы, Тәтешле райондары вәкилдәре ҡатнаша.
Марафонды асыу тантанаһында власть органдары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, йәмәғәтселәр ҡатнашты.
Бөгөн һәм иртәгә Яңауыл сәхнәһендә хужалар һәм килгән ҡунаҡтар үҙ районы йәки ҡалаһы исеменән зона кимәлендә театрлаштырылған концерт программаһы менән сығыш яһай.
Марафон уҙған йылдың ноябрь айынан алып 2020 йылдың майына тиклем «Еңеү салюты» халыҡ ижады республика фестивале сиктәрендә үтә һәм Башҡортостандың бар ҡала һәм райондарын йәлеп итәсәк. Марафондың символикаһы: «Еңеү» штандарты һәм «Мәңгелек ут» капсулаһы.
Марафондың төп бурысы – йәштәрҙе данлы тарихыбыҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм патриотик рухта тәрбиәләү, Бөйөк Еңеү тураһында хәтерҙе нығытыу һәм һаҡлау.
«Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестиваленең өсөнсө этабы 2020 йылдың апрелендә Өфөлә йомғаҡлау сараһы итеп ойошторола. Унда зона конкурсының икенсе этабында еңеүселәр ҡатнаша.