Республика яңылыҡтары
2 Февраля 2020, 04:00

Ҙур проекттарға – туғыҙ миллиард һум

Быйыл Башҡотостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” проектына ярашлы программаларҙы тормошҡа ашырыуға туғыҙ миллиард һум самаһы аҡса бүлеү күҙаллана.

Был аҡса Өфө транспорт узелына ҡағылған күләмле эштәрҙе башҡарыуға йүнәлтеләсәк. Ошондай объекттар иҫәбенә республиканың баш ҡалаһына көньяҡтан инеү юлын, Воровский урамында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү, Пугачев урамында реконстукцияны тамамлау, Салауат Юлаев проспекты менән Пугачев урамы киҫелешендә юл айырсаһын төҙөкләндереү инә. Шулай уҡ Интернационал урамында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер һала башлау, Черниковка халҡына Ағиҙел аръяғындағы биләмәләргә сығыу йәһәтенән уңайлыҡтарҙы арттырыу, Шаҡша һәм Затон күперҙәрен капиталь ремонтҡа ябыу ҡарала.
Киләһе ике йылда Комсомол һәм 8 Март урамдарын, Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге, шулай уҡ Нуғай ауылы эргәһендәге тимер юл аша юл айырсаларын төҙөкләндерә башлаясаҡтар.
Былтыр милли проект нигеҙендә республикаға федераль бюджеттан биш миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән, 353 объектта эш барған, 388,5 километр автомобиль юлы ремонтланған.
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас