Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
3 Февраль 2020, 13:23

Республика «Еңеү» марафонының штандарты Ҡыйғы районына тапшырылды

Яңауылда «Еңеү салюты» халыҡ ижады фестиваленең зона этабында мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашты

31 ғинуар - 1 февралдә Яңауыл ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлынған республика кимәлендәге «Еңеү» марафоны һәм 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Еңеү салюты» халыҡ ижады фестиваленең зона этабы уҙҙы. Һуңғыһында һигеҙ ҡала һәм райондан мең ярымдан ашыу үҙешмәкәр артист ҡатнашты. Улар тамашасыға сағыу, күңелдәрҙе тетрәндергес программа тәҡдим итте.
Сара аҙағында район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов «Еңеү» марафоны эстафетаһын – штандарт һәм капсуланы – Ҡыйғы районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Айҙар Ғәйфуллинға тапшырҙы.
Читайте нас