Ҡурай
+16 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
19 Февраля 2020, 14:10

«Миләшкәй»ҙә шәжәрә байрамы үтте

Сара Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡорт теле йылына арналды

Бөгөн, 19 февралдә, Яңауылдың 9-сы «Миләшкәй» балалар баҡсаһында шәжәрә байрамы үтте. Сара Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡорт теле йылына арналды.
Дүрт ғаилә – Шәймарҙановтар, Харисовтар, Шәмсиевтар һәм Нурмөхәмәтовтар - Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған альбомдарҙы презентацияланы, шулай уҡ һуғышта ҡатнашыусы олатайҙарҙың хаттарын уҡып ишеттерҙе.
Шәжәрә байрамында район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхин да ҡатнашты. Ул балаларҙа ғөрөф-ғәҙәттәргә, ғаилә традицияларына, йәдҡәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ йөкмәткеле сара әҙерләгәндәре өсөн балалар баҡсаһы мөдире Ирина Хановаға һәм тәрбиәсе Гөлназ Абдуллинаға рәхмәтен белдерҙе.
Читайте нас