Бөгөн, 28 февралдә, Яңауылда «Башҡортостан ынйылары» республика конкурсының зона этабы үтте. Унда барлығы ете фольклор коллективы ҡатнашты.
Гран-приға Яңауылдың Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто коллективы лайыҡ булды. Борайҙар беренсе, краснокамалар икенсе, ағиҙелдәр өсөнсө урын алды. Нефтекама ҡалаһы, Яңауыл районының лицейы, Ҡалтасы районы коллективтары төрлө номинацияларҙа билдәләнде.