Көндөң тәүге яртыһында форумда ҡатнашыусылар бер нисә төркөмгә бүленеп, майҙансыҡтарҙа фекер алышты, түңәрәк өҫтәлгә йыйылып һөйләште, белгестәр оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Мәҫәлән, “Башҡортостанда берҙәм мәктәп формаһы” тигән майҙансыҡта һөйләшеү ҡыҙыу барҙы.
Төштән һуң барыһы ла тамашалар залына пленар ултырышҡа йыйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башта хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы, һәммәһенә лә уңыштар теләне. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин ҡаҙаныштар тураһында һөйләне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова мәктәп белем биреүе форумының етди мәсьәләләр күтәргәнен, һәр кемдең фекере ойоштороусылар өсөн ҡиммәт булғанын билдәләне.