Ҡурай
+29 °С
Облачно

Яңауыл педагогтары Туймазынан дәрт һәм рухи көс алып ҡайтты

Уҡытыусылар республика буйынса зональ семинарҙа ҡатнашты

27 февралдә Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһында Башҡортостан республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостан республикаһы мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә «Башҡорт телен уҡытыу буйынса инновацион алымдар» исемле республика буйынса зональ семинар үткәрҙе. Яңауыл районынан семинарҙа район мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Гөлнара Миндейәрова, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Әлфиә Фаршатова, Эльвира Хөсәйенова, Илза Миңлеғоловалар ҡатнашты.
Сара тураһында Гөлнара Миндейәрова һөйләй:
  • Семинарға республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары туған тел методистары һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылды.
    Пленар өлөштә БР мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралыгының милли бүлек начальнигы Р.Р. Сафиуллина, БДУ-ның Башҡортостан тарихы, археологияһы һәм этнологияһы кафедраһы доценты И.Р. Сәйетбатталов, Туймазы районы мәғариф идаралығы начальнигы А,Ф. Әхмәтова, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе И.Ә. Салихов сығыш яһаны.
    Семинарҙың артабанғы өлөшөндә быйылғы уҡыу йылында баҫтырылған төньяҡ-көнбайыш райондары өсөн башҡорт теленән уҡыу ҡулланмалары авторҙарына БР мәғариф һәм фән министрлығының рәхмәт хаттары таршырылды. Улар араһында 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Әнүәр ҡыҙы Фаршатованы ла күреп ҡыуандыҡ. Диалект шарттарында туған телде өйрәтеү буйынса оҫталыҡ кластары күрһәтелде. Әлфиә Әнүәр ҡыҙы «Төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында уҡыусыларҙың милли үҙаңын тәрбиәләү» тигән оҫталыҡ класы менән сығыш яһаны. Ул «Кроссенс» методик алымы менән уҡыусыларҙың логик һәм ижади фекерләүен, мотивацияһын үҫтереү, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
    Ижади оҫтахана форматында үткәрелгән семинарҙың икенсе өлөшөндә башҡорт теленән видео-дәрес ҡаралды, тәҡдим ителгән темаларға төркөмдәрҙә дәрестәрҙең технологик картаһы эшләнде. Был эш төрө буйынса Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры урынбаҫары М.С. Дәүләтшина уҡытыусыларға файҙалы тәҡдимдәрен еткерҙе, методик кәңәштәр бирҙе.
    Семинар эшлекле шарттарҙа үтте, артабан да туған телебеҙ өсөн эшләргә дәрт һәм рухи көс алып таралыштыҡ.
  • Читайте нас