Ҡурай
+19 °С
Облачно

Соҡор-саҡыр... Ҡасан булыр таҡыр?!

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юлдарҙың норма талаптарына яуап биргән өлөшөн арттырыу, авария ихтималлығы юғары булған урындарҙы хәүефһеҙ итеү бурыстарын ҡуя.

Әлеге ваҡытта, көндәр йылыныу сәбәпле, юл хужалығы ойошмаларының даими “дуҫтары” – асфальттағы күп һанлы соҡорҙар асыла ла башланы. Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Калинин районында юлдағы соҡорҙарҙы ямау эшенә дәррәү тотондолар.
Райондың Шумавцов урамындағы соҡорҙарҙы күмдереү тамамлана. Бының өсөн битум миҡдары ҙур булған асфальт-бетон ҡушылмаһы файҙаланыла, уның соҡор стенаһына йәбешеү сифаты яҡшы һәм ташҡын һыуына ла бирешмәйәсәк.
Соҡорҙарҙы ямау райондың башҡа урындарында ла дауам итә. Өфө шоссеһы, Ҡариҙел аша күпер, Ҡасимов һәм Советтар урамдары һәм башҡа проблемалы участоктарҙа юл графикка ярашлы ремонтланасаҡ. Технологияға ярашлы, соҡорҙарҙы асфальт-бетон ҡушылмаһы менән тултырыу алдынан был майҙанда әҙерлек эше башҡарыла: ирегән һыу ситкә ебәрелә, участок кәртәләнә, зарарланған урынды компрессор менән киҫеп алалар, шунан ғына соҡорға ҡушылма һалына.
Фото: rb7.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас