Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
20 Апрель 2020, 22:05

Бирсәткәһеҙ һәм битлекһеҙ автобусҡа индермәйҙәр

Бөгөнгө брифингта эш аҙнаһының яңы ҡағиҙәләр буйынса башланыуы хаҡында хәбәр ителде. Хәҙер эш башлаған предприятие хеҙмәткәрҙәренә эшкә барғанда һәм ҡайтҡанда шәхесеңде раҫлаған документтан тыш, яңы формалағы пропуск та кәрәк буласаҡ.

Башҡортостан Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы Азат Ғәлин әйтеүенсә, элек бирелгән пропускылар ғәмәлдән сығарылған. Яңылары бары эшкә барыу һәм ҡайтыу өсөн генә тәғәйенләнгән. Улар эш көндәрендә эш башланғанға ҡәҙәр 90 минутлыҡ һәм эш тамамланғандан һуң тағы 90 минутлыҡ осорға иҫәпләнгән. Был саҡта doroga02 cайтында теркәлеү кәрәкмәй. Халыҡтан килгән байтаҡ һорауҙарға ла асыҡлыҡ индерелде. Кемделер “Лента”, ”Ашан” кеүек гипермаркеттарға йөрөү, баҡсаға барыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Бөтәһенә лә бер яуап – әлеге ҡатмарлы мәлдә радиусы 150 метр тәшкил иткән урындан ситкә сығыу ҡәтғи тыйыла. Дисциплина, тағы бер ҡат дисциплина. Баҡсаға үҙ автомобилеңдә барғанда ла 90 минутлыҡ срок һаҡлана, өҫтәүенә махсус сайтта теркәлергә тейешһең. Тыйылған сиктән сығыу административ яуаплылыҡҡа тарттырылыу ихтималлығын аңлата.
Автобустарға битлек һәм бирсәткәһеҙ индермәйәсәктәр. Иҫкәртеү менән генә ҡотолмаясаҡтар, штраф һаласаҡтар, сөнки күптәребеҙ хәлдең нисек сетерекле, ауыр икәнен һаман да булһа аңлап етмәй.
Фото: yandex.ru
Автор: Дина Арсланова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас