Тыныслыҡҡа әйҙәп елберләй улар...

Әлеге мәлдә Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы әһәмиәтле байрам сараларының береһе Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә дауам итә – “Рәсәй флагтары. 9 май” акцияһы уҙа.

Ул бөгөнгө еңел булмаған мәлдә халыҡты берләштереү маҡсаты менән ойошторолған. Үткән йылда ҡала-ауылдарҙың урамынан йылға булып ағылған флагтар бөгөн өйҙәрҙән, ундағы тәҙрә-балкондарҙан күренә.

Бөгөн Өфөләге Октябрь, Салауат Юлаев проспекттарындағы фатирҙарҙың тәҙрәләре, балкондары Рәсәй флагы менән биҙәлгән. Уларҙы шулай уҡ Октябрҙең 50 йыллығы, Зәки Вәлиди, Ленин, Яңы күпер, Октябрь революцияһы, Революция, Цюрупа, Чернышевский урамдарында күрергә була.

“Ағиҙел” ҡунаҡханаһы һәм Өфөнөң төп почта бинаһы фасадтарында ла илебеҙ флагы елберләй.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡала буйлап 3400-ҙән ашыу Рәсәй флагы эленгән.

Фото: ufacity.info
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас