Республикалағы госпиталь база итеп үҙгәртеп ҡоролған ете медицина ойошмаһына киҫкен коронар синдромлы пациенттарға ярҙам күрһәтеү өсөн 33 һанлы компьютерлы кардиограф ҡуйылды. Улар республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһына тоташтырылған, электрокардиограммалар һанлы форматта пациенттарҙың электрон медицина картаһына күсерелә.