Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылар алдынан һәр ауылдағы обелиск тәртипкә китерелгән. Быйыл иһә бер нисә ауыл советында, шул иҫәптән район үҙәге Николо-Березовкала тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларына бағышланған яңы обелиск асылды.
Байрам хөрмәтенә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә юбилей миҙалдары, бүләктәр тапшырылды, уларҙың йәшәү шарттары тикшерелеп, мохтаждарға ярҙам күрһәтелгән.
Район үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалдылар. Быйыл "Үлемһеҙ полк" йорттарға күсте, һәр өйҙә һуғыш осоро йырҙары яңғыраны. Район халҡы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын хөрмәтләп билдәләне.