– Бөгөн эштәр әүҙем рәүештә бара. Айырым алғанда, Академик Королев, Дмитрий Донской һәм Көньяҡ тыҡрығында юл япмаһын алмаштыра башланылар, ә Архитектур урамында асфальттың өҫкө ҡатын һалып бөтөп баралар. Ошо көндәрҙә унда юл тамғалары һыҙыласаҡ, – тине ул.
Баш ҡалала башҡарылған юл ремонты эштәре шул иҫәптән ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә лә тормошҡа ашырыла. Быйылғы юл төҙөлөшө миҙгелендә милли проект ярҙамында дөйөм оҙонлоғо 21 километр булған 22 юл участкаһын норматив хәлгә килтерергә йыйыналар.