Ҡурай
+9 °С
Облачно

Ҡабул итеп алығыҙ!

Яңауылда «Триколор» урам акцияһы үтте

Бөгөн, 11 июндә, Рәсәй көнө алдынан, Яңауылда «Триколор» урам акцияһы үтте. Йәштәр һарайы һәм биләмә-ара мәҙәни ял итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡаланың халыҡ күберәк булған нөктәләрендә таҫмалар таратты, 12 июнь – Рәсәй көнө менән ҡотланы.
Әйткәндәй, Яңауылда дәүләт байрамы айҡанлы байтаҡ саралар үтәсәк. Улар иҫәбендә - «Триколор» автойөрөшө. Ул иртәгә сәғәт унда үҙәк баҙар янынан башланып Татураҙа ауылында тамамланасаҡ. Был сарала Рәсәй флагы төҫөндәге аҡ, күк, ҡыҙыл машиналар ҡатнашасаҡ.
Читайте нас