Социаль селтәрҙәрҙә ғәҙәтигә әүерелгән белдереүһеҙ ҙә был ғәмәл күп кенә бала-сағаны йыйҙы. Балалар һыу һибешеүҙәр менән “паркур” ойошторҙо. Быға район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов та иғтибар итте. Ул үҙенең “ВКонтакте” битендә ата-әсәйҙәргә балаларын оҡшаш күңел асыуҙарҙан һаҡланырға, хәүефһеҙлек саралары тураһында онотмаҫҡа өндәп мөрәжәғәт итте.