Ҡурай
+9 °С
Облачно

Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.

Бөтә аҡ халатлы, изге күңелле, ҙур йөрәкле медицина хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотлап уларға рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ, һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

Тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлыларға арнайбыҙ беҙ был көндө барлыҡ теләктәребеҙҙе.

Һеҙ тормошоғоҙҙо үтә яуаплы, ҡатмарлы, әммә иң миһырбанлы һәм үтә кәрәкле һөнәр менән бәйләгәнһегеҙ. Ялһыҙ һәм байрамдарһыҙ һеҙ сабый- ҙарға донъяға килергә ярҙам итәһегеҙ, операция өҫтәле янында тораһығыҙ, кешеләрҙе ауыр сирҙәрҙән ҡотҡараһығыҙ, тәүге һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтәһегеҙ.

Һеҙҙең юғары профессионаллегегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡарар ҡабул итә белгәнегеҙ һәм оҫта эш иткәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе ҡабул итегеҙ. Йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмер-ҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт.
Читайте нас