Был аппарат ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик сирҙәр менән көрәш” төбәк проекты сиктәрендә алынған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был прибор – онкологик хирургияла мотлаҡ файҙаланылған аппараттарҙың береһе. CUSA NXT ультратауышлы аспиратор-деструкторы ярҙамында үткәрелгән операция ваҡытында ҡан аҙыраҡ юғалтыла һәм башҡа яҡшы яҡтары бар икән.