Ҡурай
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Көтөп алынған сара

Һуңғы дүрт йылда Ҡалтасы районының Кейебәк, Вәсил, Оло Кәлтәй, Ҡасҡын-Турай һәм Оло Туғанай ауылдарында биш фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө.

Уларҙың икәүһе республиканың Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” республика программаһы һөҙөмтәһендә мөмкин булһа, икәүһе “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында төҙөлдө. Ә был милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.
Шуныһы һөйөнөслө: бөгөн Ҡалтасы районында тағы дүрт модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын монтажлау эштәре бара. Тиҙҙән Күсәш, Яңы Килбаҡты, Үрге Тиктәм һәм Графский ауылдары халҡы фельдшер ярҙамына уңайлы шарттарҙа мөрәжәғәт итә аласаҡ. Ә улар бар заман талаптарына яуап бирә. Оло һәм кесе йәштәгеләрҙе айырым ҡабул итеү, медицина ярҙамы һорап килгәндәрҙе ҡарау, процедуралар бүлмәләре бар. Улар кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
– Ауыл өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункты – иң кәрәкле урын. Республика кимәлендә бындай дауалау урынын асыу, бәлки, ҡәҙимге саралыр, тик бына төпкөлдә йәшәүселәр өсөн ул – мөһим сара. Шуға ФАП-ты асыу байрам кеүек үтә беҙҙә, – ти өлкән фельдшер Людмила Валтиева.
Тап уның ҡул аҫтында – райондағы 31 ФАП. Медицина хеҙмәткәрҙәре иһә төҙөлөш барышын түҙемһеҙләнеп күҙәтә. Райондағы бындай ыңғай үҙгәрештәргә улар шат һәм бының өсөн республика етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтен белдерә, яңы “йортто туйлау”ға әҙерләнә.
Шулай итеп, фельдшер-акушерлыҡ пункттары хеҙмәтләндергән Кейебәк ауылынан – 813, Вәсилдән – 249, Оло Кәлтәйҙән – 742, Ҡасҡын-Турайҙан – 228, Күсәштан – 142, Яңы Килбаҡтынан – 603, Үрге Тиктәмдән – 174, Графский ауылынан 125 кеше яҡын арала заманса медицина хеҙмәтләндереүен файҙаланып ҡыуанасаҡ.
Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас