Ҡурай
+19 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
20 Августа 2020, 10:27

Яңауылға «Башҡортостан кешеләре» килде

Проекттың етәксеһе Инга Йомашева район менән яҡындан танышты

Кисә, 19 августа, Яңауылда Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева булып китте.
Ошо йылдың февраль айында старт алған «Башҡортостан кешеләре» проекты етәксеһе республиканан сыҡҡан кешеләрҙең кесе Ватан менән бәйләнештәрен нығытыу маҡсатында килгәнлеге асыҡланды.
Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов менән осрашыуҙан һуң депутат райондың хөрмәтле граждандары менән аралашты. Ҡунаҡ менән килгән телевизион төркөм тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында, вокзал алды майҙанында, ҡаланың башҡа урындарында булды.
Читайте нас