Ҡурай
+29 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
20 Августа 2020, 10:58

Яңауылдар һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылар иҫәбендә

Улар быны һөнәри бәйгелә иҫбатланы

Яңауылдар Николо-Березовкала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ойошторған «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һөнәри конкурсының зона этабында әүҙем ҡатнашты. Әйтәйек, барлығы алты һөнәр эйәләре араһында бәйге ойошторолған булһа, шуларҙың бишеһендә көс һынашты, өс кеше иң яҡшылар рәтендә булыуы асыҡланды.
«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең слесарь-сантехнигы Марат Андриянов, «Яңауыл ЖилКомСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөкләндереү буйынса эшсеһе Дамир Кәлимуллин бәйгелә икенсе урында булһа, «Яңауыл электр селтәрҙәре» акционерҙар ойошмаһы электромонтеры Алмаз Тимерғәлиев өсөнсө урын яуланы.
Егеттәр республика конкурсында ла ҡатнашасаҡ.
Читайте нас