Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
28 Август 2020, 11:15

Бәләкәстәр бындай матур баҡсаға ҙур теләк менән йөрөр

Уйын бүлмәһенең тәҙрәләрен йәнһүрәт геройҙары төшөрөлгән сағыу жалюзиҙар биҙәй. Ә яңы һатып алынған электрон пианино музыка дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп үткәреүгә булышлыҡ итәсәк.

Яңауыл ҡалаһының һәм районының мәғариф учреждениелары яңы уҡыу йылын башларға тулыһынса әҙер, тип әйтергә мөмкин. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы яңыртып йыйыштырылған, төҙөкләндерелгән хәлдә ҡаршы аласаҡ.
Яңауыл ҡалаһындағы “Ҡыңғырау” тип аталған 7-се баҡсаның хеҙмәткәрҙәре лә кескәйҙәрҙе ашҡынып көтә. Бында былтырғы йыл аҙағында 25 урынлыҡ өҫтәмә төркөм асыу мөмкин булған. Был эш ил күләмендә бойомға ашырылған “Демография” милли проектына ярашлы башҡарылған. Проектты тормошҡа ашырыуҙың дөйөм күләме 3 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Был аҡсаға бинаға капиталь ремонт үткәрелгән, йылы келәмдәр, яңы уйынсыҡтар, уңайлы йыһаздар һатып алынған.
Уйын бүлмәһенең тәҙрәләрен йәнһүрәт геройҙары төшөрөлгән сағыу жалюзиҙар биҙәй. Ә яңы һатып алынған электрон пианино музыка дәрестәрен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәреүгә булышлыҡ итәсәк.
Бәләкәстәр бындай матур баҡсаға ҙур теләк менән йөрөр, моғайын. Иң мөһиме – һау-сәләмәт, илебеҙҙең лайыҡлы алмашы булып үҫһендәр.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас