Ҡурай
+27 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
31 Августа 2020, 10:56

Яңауылға йәш табиптар ҡайтты

Был кадрҙар йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыу һөҙөмтәһе

Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң төп проблема — кадрҙар мәсьәләһе. Әйтергә кәрәк, Яңауылда кадрҙар йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла.
Август айында район үҙәк дауаханаһына йәш табиптар ҡайтты. Уларҙың икәүһе – Тәтешле районынан Айгөл Ғәлимова һәм Прогресс ауылы ҡыҙы Гөлшат Әхәтова – участка терапевтары булып эшләй башлаһа, Яңауылдан Эльвина Вәзиғәтова - гастроэнтеролог, Айрат Фәтихов – невролог.
Улар барыһы ла поликлиникала ауырыуҙарҙы ҡабул итә.
Әйткәндәй, дауаханаға ошо көндәрҙә йәнә бер юғары белемле белгес килеүе көтөлә.
Читайте нас