Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
1 Сентябрь 2020, 12:50

"Тәгәрмәсле клуб" килә!

2024 йылға тиклем Башҡортостанда күп функциялы 26 ауыл клубы асырға һәм ун автоклуб йөрөтә башларға ниәтләйҙәр. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Ағымдағы йылда Башҡортостандың биш районында күсмә мәҙәни үҙәктәр (автоклубтар) барлыҡҡа киләсәк. Ошо көндәрҙә Йылайыр районына ла "Тәгәрмәсле клуб" ҡайтарылды. Был – республикалағы өсөнсө автоклубтың береһе. Ул яҡтылыҡ, тауыш һәм видеоҡорамалдар менән йыһазландырылған.
“Тәгәрмәсле сәхнә”ләр халҡы 300 кешегә тиклем булған ауылдарға йөрөп тамашалар күрһәтәсәк. Автоклуб парктарҙа, ял итеү урындарында, асыҡ йәйге һәм ҡышҡы майҙансыҡтарҙа, ауылдар буйлап йөрөп төрлө мәҙәни байрам саралары, тамашалар күрһәтеү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ күсмә концерт программалары, ижад коллективтары сығыштары өсөн мобиль сәхнә ойоштороу мәсьәләһе лә хәл ителгән.
Йылайыр районында 53 ауыл иҫәпләнә, шуның 22-һендә мәҙәниәт усаҡтары бар. Тимәк, был "Тәгәрмәсле клуб" район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауыл халҡына мәҙәни нур таратҡан сәхнә булып хеҙмәт итәсәк. Әйткәндәй, Йылайырҙа иртәгә үк, йәғни Белем көнөндә, райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ҡашҡар ауылында концерт ҡуйырға планлаштырған.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты “Мәҙәни мөхит", “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт” бүлектәренән тора.
Фото: Йылайыр мәҙәниәт йорто сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/T-g-rm-sle-klub-kil-432944/
Читайте нас