Ҡурай
+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Республика яңылыҡтары
2 Сентября 2020, 08:30

Мәктәпкә герой исеме бирелде

Тәтешле районының Ҡоҙаш урта мәктәбендә уҙған Белем байрамы уҡыусылар өсөн генә түгел, ауыл халҡы өсөн дә әһәмиәтле булды. Тантаналы сарала уҡыу йортон Советтар Союз геройы Әмир Сөләймән улы Хәйҙәров исеме бирелеүе менән ҡотланылар.

Унда геройҙың улы Радмир аға, район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын үтәүсе Роза Исламова, мәғариф бүлеге начальниғы Әҙеһәм Фәрвәзетдинов, Ҡоҙаш ауыл Советы биләмәһе башлығы Азат Ғәбсәләмов ҡатнашты. Байрам ҡотлауҙарға, шиғырҙарға, йыр-моңға бай булды.
Был көндән алып Ҡоҙаш мәктәбе яңы статусҡа эйә – ул Советтар Союзы геройы Әмир Хәйҙәров исемен йөрөтәсәк.
Читайте нас