Быйылғы уҡыу йылын Яңауыл районы Байғужа мәктәбе яңы статуста башланы. Уға республика хөкүмәте ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Ғайнанша Хәйҙәршин исеме бирелде.
Был белем усағында йөҙләп уҡыусы белем ала.
Белем көнөндә ауыл халҡының ҡыуанысын уртаҡлашырға, мәктәп уҡыусыларын ҡотларға юғары ҡунаҡтар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзил Низәметдинов, Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов килде.
Байрам линейкаһында шулай ук Ғайнанша Хәйҙәршиндың балалары, ейәнсәрҙәре лә ҡатнашты.