Әҙерлек эштәре алдан уҡ алып барылды: артыҡ ағастар һәм ҡыуаҡтар ҡырҡылды, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ҡуйылды, плитәләр түшәлде. Барлыҡ эштәр ҙә «Ҡала даираһы» сиктәрендә башҡарылды.
Шулғанлыларҙың шатлығын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев ваҡиғаның бар ауыл өсөн әһәмиәтен билдәләп, уларға алдағы эштәрендә лә уңыштар теләне. Йылы теләктәрен «Мегабит» йәмғиәте ойошмаһы вәкиле Айрат Мансуров, Шулған ауыл Советы биләмәһе башлығы Ынйы Бәҙертдинова еткерҙе.
Патриотик йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, һәйкәл алдына веноктар, сәскәләр һалынды. Паркты төҙөкләндереү алға табан да дауам итәсәк. Оҙаҡламай был урында шыршы үҫентеләре ултыртылып, парктың йөҙө тағы ла матурланасаҡ әле.
Фото: район хакимиәте сайтынан.