Ҡурай
+9 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
7 Сентября 2020, 11:40

“Һылыуҡай 2020”: гран-при Яңауылға китте, беренсе урын да

Нефтекамала конкурстың беренсе кастингы уҙҙы

Добавить в предпочтительные источники Google
5 сентябрҙә Нефтекамала “Һылыуҡай 2020” конкурсының беренсе кастингы уҙҙы.
Ҡатнашыу өсөн 16-25 йәшлек кейәүҙә һәм балаһы булмаған, сәләмәт тормош алып барған ҡыҙҙҙар саҡырылғайны. Ҡыҙҙар башҡорт телен белгән, тәбиғи матурлыҡҡа эйә булған, буй-һыны 165 сантиметрҙан ашыуыраҡ һылыуҡайҙар ҡатнашты. Шулай уҡ сәхнә мәҙәниәте, матур итеп фотоға төшә белеү ҙә баһаланды. Беренсе кастинг йомғаҡтары буйынса төнъяҡ-көнбайыш зонаһынан килгән ҡыҙҙар араһында Яңауылдан Эльвина Әхмәтова гран-при яулаһа, Гөлфиә Миңнеғолова I дәрәжә лауреаты булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурс өс этапта уҙғарыла. Беренсе этап – конкурстың төбәк туры Рәсәйҙең 11 төбәгендә һәм Башҡортостандың 9 зонаһында башланды: 5 сентябрҙә — төньяҡ-көнбайыш, 6 сентябрҙә – төньяҡ, 19 сентябрҙә – үҙәк, 20 сентябрҙә – төньяҡ-көнсығыш, 4 октябрҙә – көнсығыш, 18 октябрҙә – көньяҡ-көнсығыш, 17 октябрҙә – көньяҡ, 24 октябрҙә – көньяҡ-көнбайыш, 25 октябрҙә – көнбайыш зона.
Еңеүселәрҙе 7 ноябрҙә Өфөгә финал турына саҡыралар. Конкурстың финалына сыҡҡан ҡыҙҙар өсөн хореография, йыр, актер оҫталығы, подиум хореографияһы, визаж буйынса белгестәр менән дәрестәр ойошторола, кейем һайлауҙа ярҙам күрһәтелә.
Читайте нас