Ҡурай
+22 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
15 Сентября 2020, 10:55

ТРАНСНЕФТЬ-УРАЛ” АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ ЯҢЫ НЕФТЬ РЕЗЕРВУАРЫН ФАЙҘАЛАНЫУҒА ТАПШЫРҘЫ

Техник йыһазландырыу эштәрен тамамлағандан һуң “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте 5 мең куб. метр нефть һыйдырышлы резервуарҙы яңынан файҙаланыуға тапшырҙы. Был резервуар республиканың Благовар районындағы “Языково” линия етештереү-диспетчер станцияһында (ЛДПС) урынлашҡан.

Техник үҙгәртеп ҡороу барышында резервуар диуары өлөшләтә алмаштырылған – дөйөм ауырлығы 46,3 тоннаға еткән металл конструкциялар урынлаштырылған. Ә ғөмүмән алғанда, был нефть һаҡлағыстағы металл конструкцияларының дөйөм ауырлығы 120 тонна тәшкил итә, буйы 15 метрға яҡын, диаметры – 21 метрҙан ашыу. Алмаштырылған металл конструкцияларҙың эске һәм тышҡы өҫлөгө 3,2 мең метрға еткән майҙаны коррозияға ҡаршы мәтдә менән эшкәртелгән. Резервуарҙан переключение яһай торған ҡоролмаға ҡәҙәр илткән участокта технологик торба үткәргестәр тулыһынса алмаштырылған.
Бынан тыш, резервуарҙың обвалованиеһы – бейеклеге 2 метр, киңлеге өскө өлөшөндә 0,5 метр, нигеҙендә 3,5 метр булған һаҡлағыс ҡоролма ла яңыртылған. Тағы ла ышаныслыраҡ булһын өсөн ҡоролманың диуарҙары ваҡ таш (щебень) тутырылған георешеткалар менән нығытылған.
Әлеге ваҡытта “Языково” станцияһының резервуар паркында йәнә бер ошондай 5 мең куб метр сеймал һыйдырышлы вертикаль ҡорос нефть һаҡлағысты реконструкциялау эштәре дауам итә.
Был эштәр техник йыһазлауҙы яңыртыу һәм реконструкциялау программаһы сиктәрендә башҡарылды. Уның маҡсаты – торба үткәргес инфраструктура объекттарының ышаныслы һәм хәүефһеҙ эшсәнлеген тәьмин итеү.
Читайте нас