Заманса йыһаздар, алдынғы ысулдар, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр – һәр ҡатнашыусы күргәҙмәлә бөтә “иң-иң”де тәҡдим итергә ынтыла. “Транснефть” компанияһының иң эре филиалы булган “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте стендында бер юлы дүрт яңылыҡ күрһәтелә. Улар тураһында ойошманың баш инженеры Данир Әхмәров күргәҙмә асылғандан һуң уҡ стендтың беренсе ҡунағы булған республика Башлығы Радий Хәбировҡа һөйләне.
Ә ҡарар әйберҙәр, ысындан да, күп ине. Бына, мәҫәлән, 8 мең киловатт ҡеүәткә эйә булған синхрон электр двигателе һәм вертикаль терәүсе насос. Улар – импортты алмаштырыу өлкәһендәге эшсәнлек һөҙөмтәһе. Был эште “Транснефть” әллә күпме алдан – илдәге етештереү өлкәһендә әлеге ғәмәлдең өҫтөнлөклө булыуы иғлан ителгәнсегә ҡәҙәр башлағайны. Был насос һәм электр двигателдәр (һәм уларҙың башҡа моделдәрен) Силәбелә һуңғы йылдарҙа төҙөлгән ике заводта етештерәләр.