Республика яңылыҡтары
28 Сентября 2020, 07:25

Беренсе концерт бөгөн була

Мәҙәни саралар тормошобоҙҙо йәмләндереп, йәнләндереп тора. Тик бына пандемия сәбәпле улар туҡталып ҡалғайны. Рухи аҙыҡҡа һыуһағандарға хәҙер күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәктәр ярҙамға киләсәк.

Тәтешле районына оҙаҡ көтөлгән күсмә автоклуб килтерелде. Хәҙер ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында Башҡортостандың биш районында күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәктәр барлыҡҡа килде. Ошо көндәрҙә республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күп функциялы күсмә үҙәктәр һәр урында тиерлек, мәҫәлән, парктарҙа, ял итеү урындарында, майҙансыҡтарҙа төрлө мәҙәни сараларҙы үткәреү мөмкинлеген бирә.
Һәммәбеҙ белеүенсә, Тәтешле районы республикабыҙҙың төньяҡ өлөшөндә, Пермь крайы сигендә урынлашҡан. Унда 22 меңдән ашыу кеше – 27 милләт вәкиле – йәшәй. Барлығы 72 ауыл биләмәһе бар, әммә уларҙың 32-һендә генә клуб эшләй. Ә ҡайһы бер ауылдар район үҙәгенән 50 километр арауыҡта урынлашҡан. Тимәк, хәҙер улар ҙа ошондай бик үҙенсәлекле автоклубтар ярҙамында мәҙәни сараларҙы күрә аласаҡ.
Әйткәндәй, беренсе күсмә концерт бөгөн Яңы Ҡайпан ауылында ойошторола. Артабан автоклуб график буйынса район ауылдары халҡын ҡыуандырасаҡ. Был үҙе бер мөғжизә түгелме?!
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас