Ҡурай
+4 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
29 Сентября 2020, 07:15

Йәйәүлегә ни кәрәк? Тротуар кәрәк!

Юл селтәре майҙаны һәм күләме буйынса Башҡортостан илдә алдынғыларҙан һанала, ә Волга буйы федераль округында хатта тәүге урында тора: округтағы юл селтәренең 14 проценты беҙҙең төбәккә тура килә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты талаптарына ярашлы, республикала ҙур эш башҡарыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иглин районы үҙәгендә лә Ленин һәм Якутов урамдарын үҙ эсенә алған биш километр оҙонлоғондағы төп транспорт артерияһын төҙөкләндереү башланды. 60 миллион һумлыҡ муниципаль контрактты үтәүгә конкурста "Башкиравтодор" акционер йәмғиәтенең филиалы еңеп сыҡҡан.
"Был юл күптән ремонтлауға мохтаж ине. Бынан тыш, район үҙәгендә бөтә ерҙә лә урам ситтәрендә йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн тротуарҙар юҡ. Шуға күрә ремонтҡа асфальтты яңыртыуға өҫтәп, тротуарҙар эшләү, ямғыр һыуы канализацияһын төҙөү, уңайлы транспорт туҡталыштары булдырыу буйынса эштәрҙе лә индерҙек", – ти Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко.
Фото: Иглин районы хакимиәтенән.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Y-y-leg-ni-k-r-k-Trotuar-k-r-k-474417/
Читайте нас