Ҡурай
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
1 Октябрь 2020, 11:00

“Үҫеш нөктәһе” ауыл мәктәбе уҡыусыларына мөмкинлектәр аса

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты төбәктәрҙең мәғариф системаһын камиллаштырыуға, был мөһим өлкәне яңы үҫеш кимәленә сығарыуға ҙур этәргес булды. Әлеге милли проектҡа ярашлы район һәм ҡала мәктәптәрендә кабинеттар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, технопарктар, “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре барлыҡҡа килә.

Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы мәктәбендә лә "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылды. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бөтә ил буйынса “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен асыу Бөтә Рәсәй марафоны үтте. Беҙҙә бындай үҙәк Мәҡсүт мәктәбендә асылды. Бында виртуаль ысынбарлыҡ, квадрокоптерҙар менән идара итеү нигеҙҙәре, 3D-моделләү, программалау, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәрестән тыш күнекмәләр үткәреләсәк. Шулай уҡ балалар шахмат уйыны серҙәренә төшөнә, үҙеңдең шәхси медиаресурсыңды булдырырға өйрәнә аласаҡ.
Матур итеп биҙәлгән бүлмәләр, заманса ҡорамалдар ауыл уҡыусыларына сифатлы белем биреү мөмкинлеген киңәйтә. Шулай уҡ балаларҙың техник һәм гуманитар белемдәре нығынасаҡ. Был үҙәк балалар өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә ҡыҙыҡлы майҙансыҡҡа әйләнер, тип ышанам.
Әлеге ваҡытта районыбыҙҙа өс ошондай үҙәк булды. Уны булдырыуға көс һалған, өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт белдерәм, ә уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ижади уңыштар, ҡыҙыҡлы асыштар теләйем!” - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы.
Фото: Күгәрсен районы хакимиәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/esh-n-kt-e-auil-m-kt-be-u-iusilarina-m-mkinlekt-r-asa-477656/
Читайте нас