Яңауыл районының Шүдек ауылында матур, заманса биҫтә үҫеп сыҡты. Бында илле ғаилә өй туйы туйланы ла инде.
Яңауыл районының барлыҡҡа килеүенә 90 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған байрам саралары сиктәрендә башҡа шатлыҡлы ваҡиғалар менән бер рәттән биҫтәлә 60 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы сафҡа инде.
Бина төҙөгәндә барлыҡ талаптар ҙа иҫәпкә алынған: янғын хәүефһеҙлеге, санитария-эпидемиологик нормалар һәм ҡағиҙәләр. Бында видеокүҙәтеү системаһы, автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы ҡуйылған. Балалар баҡсаһы биләмәһе лә тейешенсә төҙөкләндерелгән.