Ҡурай
+23 °С
Облачно

«Рәсәй тәме» конкурсында ҡатнашыусы Башҡорт балына ярҙам кәрәк

Бының өсөн «Рәсәй тәме» конкурсы сайтына (https://russiantastes.ru) инергә һәм Башҡорт балын һайларға кәрәк.

«Рәсәй тәме» милли гастрономия конкурсында ҡатнашҡан 508 төбәк брендының 24-е — бал.
Башҡортостан, киң билдәле умартасылыҡ төбәге булараҡ, өс позиция тәҡдим итте. Улар Башҡорт балы, Иглин балы һәм Бөрйән солоҡ балы. Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә танылыу тапҡан Башҡорт балы 27 ноябргә 5730 тауыш йыйып, ошо төр ризыҡтар араһында икенсе урынды биләй. Әлегә беҙ Татарстан балынан ҡалышабыҙ.
Башҡорт балының сифаты ла яҡшы, танылыу ҙа яулаған, тик уға тауыштар һаны ғына етмәй. Дөйөм рейтингта ул хатта тәүге егерме иҫәбенә лә инмәгән. Конкурста призлы урынға дәғүә итеү өсөн тағы ла кәмендә 15 мең тауыш йыйырға кәрәк.
Дуҫтар, тауыш бирәйек! Бының өсөн «Рәсәй тәме» конкурсы сайтына (https://russiantastes.ru) инергә һәм Башҡорт балын һайларға кәрәк.
Фото яндекс.
Читайте нас