Объектты реконструкциялау 2017 йылда “Республиканың 100 йыллығына - 100 объект” акцияһы сиктәрендә башланған. Эштәр ике этапта атҡарылыуға планлаштырылған. Килешеүҙе Өфөләге “Сальвия” компанияһы бойомға ашырған. Объекттың дөйөм хаҡы 333,8 миллион һум тәшкил иткән. Аҡса республика бюджетынан бүленгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Торос” стадионы 1981 йылда төҙөлгән. Унда ҙур ғына саралар һәм күнекмәләр үткәрелгән. Үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә стадионда еңел атлетика буйынса манеж, көрәш өсөн зал, мини-футбол өсөн майҙан барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, тағы кейенеү-сисенеү урыны, душ, тренерҙар өсөн бүлмәләр бар. Нефтекама ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, объектты тапшырыу буйынса документҡа 17 декабрҙә ҡул ҡуйылған.
“Генераль подрядсының үҙ бурыстарын кәрәкле рәүештә үтәмәүе сәбәпле, өс объект буйынса дәүләт килешеүе өҙөлдө, – тип хәбәр итте министр. – Был – Ермолаевкала һәм Федоровкала бассейндар төҙөлөшө, Бөрөлә “Спартак” стадионының үҙгәртеп ҡоролоуы. Уларҙы тамамлау ваҡыты подрядсыларҙы һайлағандан һуң асыҡланасаҡ”.
Торос” стадионы кеүек спорт объекттарының файҙаланыуға тапшырылыуы ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә мөмкин булды.
Фото: salviaufa.ru, архив.