Әлеге яйланма төрлө физик принциптарҙы (ультратауышлы, магнит һәм ҡатнаш дефектоскоптар) ҡулланыуға нигеҙләнгән һәм торба үткәргестәрҙе төрлө яҡлап баһаларға мөмкинлек бирә.
Магистраль торба үткәргестәр һыуҙағы кәртәләр менән киҫешкән урындары торошон баһалағанда, йылғалар һәм кескенә һыу ағымы аша барлығы 196 километр оҙонлоҡтағы 296 һыу аҫты үткәүеле тикшерелде.
Тағы ла таҙартыу һәм диагностикалау сараларын төшөрөү һәм ҡабул итеүҙең 11 камераһы тикшерелде, резервуар парктарында дөйөм 345 мең кубометр һыйҙырышлы 31 резервуар тикшерелде.
Етештереү ҡеүәттәрен диагностикалау – «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең нефть һәм нефть продукттарын торбаларҙан ебәреү системаһының ышаныслығын арттырыуҙың мөһим шарты, етештереү объекттарының сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең төп факторы.
Диагностикалау нәтижәләре буйынса ремонт эштәре планы төҙөлдө.