Ҡурай
+8 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
31 Декабря 2020, 21:00

Башҡорт теле һәм мәҙәниәте айлығы башлана

Ғәҙәттәгесә октябрь айы Нефтекамала «Башҡорт теле һәм мәҙәниәте айлығы» тип иғлан ителәсәк.

Айлыҡтың эш планы быйыл да ҡыҙыҡлы һәм сағыу, йөкмәткеле, патриотик сараларға бай. Улар араһында “Данлайым һине, Башҡортостан!” шиғриәт байрамы, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә, республика көнөнә арналған күргәҙмәләр, әҙәби-музыкаль кисәләр, шәжәрә, спорт байрамдары бар.
Сараларҙы ҡала башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты һәм Милли-мәҙәни үҙәге мәктәптәр, уҡыу йорттары, башҡа социаль учреждениелар менән бергәләп әҙерләй.
Читайте нас