Ҡурай
+13 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
31 Декабря 2020, 21:00

Дәүләт наградаһына лайыҡ булған

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Иҡтисад, сәнәғәт, дәүләт хеҙмәте, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм спорттың төрлө тармаҡтарында эшләүсе 45 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почёт грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль идаралығы бүлеге Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл райондарында әйҙәүсе белгес-эксперт Риф Ильяс улы Ҡәйүмов та бар ине. Хөкүмәт башлығы Указы менән ул БР Почет грамотаһына лайыҡ булды.


Читайте нас