Кампания алдынан быйыл 4 октябрҙән 31 тиклем халыҡ иҫәбе алыуҙың һынау өлөшө уҙғарыла. Ул ике этапта ойошторола. Тәүгеһе Бөтә Рәсәй буйынса, икенсеһе илдең туғыҙ төбәгендәге 10 районда була. Башҡортостан был исемлеккә индерелмәгән. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылда уҙғарылды. Унда 141 миллион кеше ҡатнашҡан.