Зыян күреүсе билдәләүенсә, ул ҡар таҙартыу машинаһы һатылыуы тураһында иғлан таба. Ир күрһәтелгән номер буйынса шылтырата.
Һатыусы, машинаны алырға теләк белдереүселәр күплеге хаҡында хәбәр итә. Әгәр ҙә ул алдан түләү индергән хәлдә, махсус машинаны тик иргә генә һатасағын белдерә. Уйлап тормайынса, зыян күреүсе күрһәтелгән иҫәпкә 19 000 һум күләмендә аҡса күсерә.
Аҡсаны алғандан һуң, һатыусы башҡа бәйләнешкә сыҡмай. Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә. Осраҡ сәбәптәре асыҡлана.