Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
1 Ғинуар 2021, 02:00

Нефтселәр хөрмәтенә – музей

Нефтекамала әлеге ваҡытта «Арлан», «Южарлан» һәм «Краснохолмск» ятма төркөмдәрен берләштереүсе «Арланнефть» идараһының Хеҙмәт даны музейын асыу тантанаһы үтте.

Ҡыҙыл таҫманы идара башлығы Александр Буланкин һәм ветерандар советы рәйесе Рамил Фазалов киҫте.
Ветерандар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тарихи материалдар, экспонаттар теҙелгән стеллаждарҙы ҡараны, фотоларҙа элекке хеҙмәттәштәрен таныны. Музейға бүләк итеп, ветерандар фоторәсем һәм гәзиттән мәҡәләләр тапшырҙы. «Тарихи документтарҙы яңыртыу, музейҙы асыу – нефть яғы тарихын булдырған барлыҡ нефтселәргә хөрмәт. Бындый иҫтәлек балаларға һәм ейәндәргә генә түгел, ә киләсәк быуынға ла кәрәк”, - тине «Арланнефть» идараһы профкомы рәйесе Ришат Харисов.
Читайте нас