Законға ярашлы, күп балалы ата-әсә отпуск ваҡытын үҙе һайлаясаҡ. Проект авторы фекеренсә, Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индереү, күп балалы ғаиләләр тормошон уңайлыраҡ итеү маҡсатында башҡарыла. Яңы закон ата-әсәләргә балаларҙы тәрбиәләү эшенә күберәк ваҡыт бүлергә мөмкинлек бирәсәк.