Ҡурай
-2 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
31 Декабря 2020, 21:00

Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

2019 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға төп подписка кампанияһы башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шул уңайҙан республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында башҡорт телендә сығып килгән берҙән-бер «Ҡурай» гәзитенә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Беҙ үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға һәм белергә тейешбеҙ. Ә беҙ иһә был төбәктә урынлашҡан ҡала һәм райондарҙағы ваҡиғаларҙы, яңылыҡтарҙы үҙ ваҡытында һеҙгә еткереп торорбоҙ, тип ышандырабыҙ.
Хаҡтарҙы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: почта аша яҙылған осраҡта (индексы − 00633) ярты йылға яҙылыу 205 һум 38 тин, гәзитте редакциянан килеп алырға теләйһегеҙ икән – 150 һум , электрон версияны һайлаған осраҡта – 159 һум 60 тин аҡсағыҙ ҙа етә.
Беҙҙең гәзиткә яҙылығыҙ, үҙегеҙ өсөн күп төрлө яңылыҡтар асығыҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас