Ҡурай
+7 °С
Облачно

Константин Толкачев эш сәфәре менән Яңауыл районында булды

Ул балаларҙы, йәш ғаиләләрҙе, ветерандарҙы ҡотланы

Бөгөн, 4 ғинуарҙа, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Яңы йыл визиты менән Яңауыл районында булды.
Визит барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе һаулығында сикләүҙәр булған балалар өсөн яңы коррекциялы мәктәп-интернатта булды, балаларға бүләктәр тапшырҙы.
Артабан парламент спикеры «Йәшлек» физкультура-сәләмәтләндереү комплексына килде. Бында егерменән артыҡ ғаилә спорт уйындарында ҡатнашты.
Константин Толкачев шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ҡәтиф Ахун улы Гәрәев һәм Әмирйән Нурулла улы Нуруллиндарҙы Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне.
Читайте нас