Ҡурай
+20 °С
Облачно

Отошло булғас, өйрәнергә теләүселәр күп

Башҡортостанда предприятиеларҙы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына йәлеп итеү планы 31 процентҡа арттырып үтәлгән. Был турала яңыраҡ республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итте.

2020 йылға әлеге план 77 предприятиены күҙ уңында тотһа, йыл аҙағына саҡлы ундай коллективтар һаны 101-гә еткән.
– Был предприятиеларҙың пилот ағымдарында һаҡсыл етештереү принциптарын һәм инструменттарын индереү хеҙмәт етештереүсәнлеген уртаса 30 процентҡа күтәрергә ярҙам итте, – тине министр урынбаҫары. – Етештереү оҙайлығы уртаса 44,5 процентҡа ҡыҫҡарҙы, тамамланмаған етештереү күләме лә 54 процентҡа кәмене. Милли проект сиктәрендә предприятиеларҙың 1 557 хеҙмәткәре һаҡсыл етештереү нигеҙҙәренә, маҡсаттың композицияларын бүлгеләү һәм етештереү процестарын уңайлаштырыу алымдарына өйрәтелде.
Былтыр декабрҙә генә лә ошо милли проектҡа туғыҙ предприятие ҡушылған, улар – ”Корунд”, “Башпласт”, “Өфө селекция-гибрид үҙәге” “Благовар селекция-гибрид үҙәге”, “Өфө каркас йорттар төҙөү заводы”, “Бәләбәй атонормалдәр заводы” һәм “Башнефтезаводстрой” йәмғиәттәре, “Нефтекамскстройзаказчик” муниципаль унитар предприятиеһы. Бының өсөн ярайһы уҡ отошло мөмкинселектәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрәм тип теләк белдергән проект ағзалары өсөн эксперт ярҙамы бушлай күрһәтелә. Икенсенән, сәнәғәтте үҫтереү федераль программаһына ярашлы, проектта ҡатнашыусы 50 млн һумдан алып 300 млн һумғаса өҫтөнлөклө займ алыу хоҡуғына эйә. Йыллыҡ ставка 1 процент, аҡса биш йылға бирелә. Өсөнсөнән, “Экспорт акселераторы” программаһына ярашлы, предприятиелар һәм ойошмалар продукцияларын сит илдәргә сығарыу тәңгәлендә өҫтөнлөктәр ала.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас