Ҡурай
+19 °С
Облачно

Краснокама районында "Яңы йыл ғаилә уйындары - 2021" республика фестиваленең муниципаль этабы еңеүсеһе билдәләнде

Раздолье ауылынан Ивановтар ғаиләһе командаһы Өфө ҡалаһында Фестивалдең финал этабында ҡатнашасаҡ. Еңеү менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Фестивалдең муниципаль этабын “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе, физик культура һәм спорт буйынса район комитеты, район мәғариф бүлеге ойошторҙо.
Раздолье ауыл биләмәһе территорияһында ғаилә уйындарының мәктәп этабында еңеүсе биш команда, физкультура уҡытыусылары йыйылды. Уларҙы Раздолье ауыл биләмәһе башлығы Назиф Фәтхиев, район мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Хафизов сәләмләне. Район Советы депутаты, йәштәр советы рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе вәкиле Алһыу Хәлилова ғаиләләргә уңыштар теләне.
Ғаилә уйындарында еңеүселәр йыйылған балдар буйынса билдәләнде. «Яңы йыл ғаилә уйындары- 2021» фестиваленең район этабында еңеүселәре тип Раздолье ауылынан Ивановтар ғаиләһе танылды. Улар Өфөлә район данын яҡлаясаҡ.
Читайте нас