Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
11 Ғинуар 2021, 11:05

Шәхси предприятиеларҙа эшләгәндәр һаны артты

Уҙған йыл эшҡыуарлыҡ өсөн пандемия шарттарында еңелдән булманы. Бәләкәй бизнес субъекттары һаны кәмене, әммә шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларында мәшғүл булғандар һаны 3,5 процентҡа артты.

– Иң мөһим милли проекттарҙың береһе – "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү", – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов республика Хөкүмәтенең 2020 йылда милли проекттарҙың үтәлеше буйынса яҡынса йомғаҡтарға арналған кәңәшмәһендә.
Эйе, уҙған йыл эшҡыуарлыҡ өсөн пандемия шарттарында еңелдән булманы. Бәләкәй бизнес субъекттары һаны кәмене, әммә шул уҡ ваҡытта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларында мәшғүл булғандар һаны 3,5 процентҡа артты һәм хәҙер улар 443 мең кеше тәшкил итә.
Социаль эшҡыуарҙар һаны буйынса Башҡортостан 2020 йылда Рәсәй төбәктәре араһында Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урынды алды. Илшат Тажетдинов бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү процесында төбәк институттарының роле ҙур булыуын билдәләне. Башҡортостан микрофинанс компанияһы, мәҫәлән, 675 миллион һумға 546 микрозайм биргән. Республиканың 43 компанияһы 1,1 миллиард һумға лизинг ярҙамы алған.

Фото: "Башинформ" агентлығы.
Читайте нас